2012 йылдан алып үткәрелгән "Ҡош юлы" республика бард фестивале быйыл тәүгә икенсе урында - Әбйәлил районында уҙасаҡ.
Бығаса фестиваль Ейәнсурала, Таҙлар ауылы янында Һүрәм йылғаһы буйында үтә ине. Быйылғы сара 16-18 июнь көндәренә билдәләнгән.
Сарала ҡатнашыусылар экология һәм айырыуса һаҡланған биләмәләр йылына һәм шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт ижадына арнап сығыш яһаясаҡ.
Ғаризалар ике йүнәлештә ҡабул ителә: авторҙар һәм башҡарыусылар, дуэт менән сығыш яһарға мөмкин.16 йәштән һәм өлкәнерәктәр үҙ көстәрен һынай ала. Бардтар йырҙарын гитара йәки башҡа акустик инструменттар оҙатыуында башҡарырға тейеш.