Быйылғы йыл Ғафури районы Сәйетбаба ауылының "Мырҙаҡай” бейеү ансамбле өсөн емешле булды. 2013 йылда өлкәндәрҙән генә торған ансамбль булдырыу уйын Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң "Асанай” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гәүһәр Байбулдина тормошҡа ашыра.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, йыр-бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға маһир, йәштәргә өлгө булырҙай бер төркөм апай-ағайҙарҙы йыйып, ең һыҙғанып эш башлайҙар. Ансамблдә Әлфиә Степанова, Рәүилә Лоҡманова, Фәниә Фәйзуллина, Разифа Ишембәтова, Хөснә Заһиҙуллина, Рисәлә Фәхретдинова, Земфира Юлбарисова, Миңнира Сәйфуллина, Мәҙинә Байбулдина, Хәмдиә Фәхретдинова, Миңһылыу Абдуллина, Закир Ишмырҙин, Рәзим Мәүлетҡолов, Фәнил Суфиянов, Фәрит, Фәнүр, Флүр Фәхриевтар, Хатмулла Байбулдин, Нәғим Суфиянов, Илһам Байбулдин һәм Илнар Ишемйәров шөғөлләнә.
Ансамбль тәүҙә ауылда ойошторолған йыйындарҙа, шәжәрә байрамдарында, һуңынан республикала йыл һайын үтеп килгән "Яратам һине, тормош!” оло кешеләр фестивалендә сығыш яһап, ра-йонда ғына түгел, зона, республика кимәлендә еңеүҙәр яулай.
Быйыл иһә "Байыҡ” рес-публика телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итәләр. 1-се турҙа хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алик Шәмситов һалған "Быҙыбыт уйындары” менән сығыш яһайҙар. Киске уйын ваҡытында ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп быҙыбытта (элек тараҡҡа ҡағыҙ ҡуйып көй сығарғандар) уйнап башҡарылған бейеүҙе жюри ағзалары бик йылы ҡабул итә. Үҙҙәренең теләктәрен, иҫкәрмәләрен әйткәндән һуң, 2-се турға саҡыралар. Был юлы ансамбль етәксеһе Гәүһәр Байбулдина республикала киң билдәле хореограф Рәйес Низаметдиновты саҡыра. Ул Сәйетбаба ауылы ерлегендәге фольклорға таянып, "Түрешле йәйләүендә” бейеүен ижад итә.
Тамашасы ихтирамын яулап өлгөргән "Мырҙаҡай” ансамбленә алдағы йылдарҙа ла өр-яңы бейеүҙәр менән сығыш яһап, халыҡтың сәнғәтебеҙгә, йолаларыбыҙға булған һөйөүен, ҡыҙыҡһыныуын һүндермәй эшләһендәр тип теләргә генә ҡала.