Был аҙнаның премьералары - тамашасыларҙы ниндәй саралар көтә?

Был аҙнаның премьералары - тамашасыларҙы ниндәй саралар көтә?

Был аҙнала театр һәм концерт ойошмалары үҙ ишектәрен аса. Тамашасылар ҙа, артистар ҙа бер-береһен һағынып өлгөрҙө.

Беҙ һеҙҙең өсөн премьералар тураһында мәғлүмт әҙерләнек.

15 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Балет. Мөхәббәт" исемле тамаша буласаҡ. 17-18 сентябрҙә Башопера сәхнәһендә опера солистары сығыш яһай. 

16 сентябрҙә Милли йәштәр театры “Синяя-синяя птичка” исемле спектакле менән асыла. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

17, 18 сентябрҙә Йәштәр театрында башҡорт телендә премьера – “Ал яулыҡлы тирәккәйем” спектакле.

16 сентябрҙә Сибай дәүләт башҡорт дарма театры “Шайморатов-генерал” спектакленең премьераһына саҡыра. Ә 17 сентябрҙә тағы бер премьера -  “Печаль моя светла” спектакле.

17 сентябрҙә БР Милли симфония оркестры “Башҡортостан” дәүләт концерт залында көтөп алынған программа менән сығыш яһай. Сәхнәнән Моцарт, Бетховендың танылған әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

18, 19 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус драма театры “О чем думают мужчины?” спекталенең преьераһын тәҡдим итә. Был яңы джаз комедияһы.

17, 18 сентябрҙә Рус дәүләт академия драма театры А. Пушкин әҫәре ббуйынса “Барышня-крестьянка” спектаклен, 19 сентябрҙә “Свой путь” спектаклен күрһәтәсәк.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бер юлы ике премьера әҙерләгән. 19, 20 сентябрҙә театр йәш тамашасыларҙы “Коза-дереза” спектаклендә көтөп ҡала.

Был аҙна мәҙәни сараларға бай. Тамашасыларға күтәренке кәйеф теләйбеҙ һәм хәүефһеҙлек сараларын үтәргә тәҡдим итәбеҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb