Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:
"Беҙҙә сәнғәттең барлыҡ йүнәлештәре буйынса ла фестивалдәр үткәрелә. Рәсәй һәм донъя сәхнәләрендә артистарыбыҙ яҡшы сығыш яһай. Яҡын сит илдәр менән Башҡортостан мәҙәни учреждениеларының бәйләнештәре нығый. Башҡортостанда былтыр 80 миллион кеше мәҙәни сараларға йөрөгән. Был йәһәттән Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ростов өлкәһенән генә ҡалышабыҙ.
Беҙҙә тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы 2028 йылға тиклем дауам итәсәк. Ул дүрт бәләкәй программаны үҙ эсенә ала:
- профессиональ сәнғәтте һәм халыҡ ижадын үҫтереү, мәҙәни мираҫты һаҡлау;
- йәш быуындың мәҙәни потенциалын үҫтереү;
- мәҙәниәт өлкәһендәге учреждениелар эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү;
- “Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу.
Программаның йүнәлеше: ижади кадрҙар әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу, йәш таланттарға ярҙам итеү, мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу. Яңы Фән һәм мәҙәниәт һарайы төҙөү, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, Өфөләге Рус академия драма театрын реконструкциялау, ун балалар сәнғәт мәктәбен, ике мунициапаль музейҙы капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау планлаштырылған. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына Федор Шаляпин музейын һм Кире ҡайтарылған исемдәр музейын асырға ниәтләйбеҙ".