«Бүреләр» рок төркөмө махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн концерт ойошторҙо

«Бүреләр» рок төркөмө махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн концерт ойошторҙо

16 майҙа Өфөләге "Торатау" конгресс-холында «Бүреләр»  төркөмөнөң хәйриә концерты уҙҙы.

Төркөм етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илшат Абдуллин концертты уҙғарыу маҡсаты хаҡында һөйләне:

- Билет һатыуҙан килгән аҡсаны махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға йүнәлтәсәкбеҙ. Яңыраҡ үҙем унда булдым, егеттәр менән аралаштым. Унда беҙҙең таныштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ бик күп. Беҙ күп нәмә тураһында һөйләштек, гитараға ҡушылып йырланыҡ. Бында ҡайтҡас, уларға ярҙам итергә кәрәклеген аңланым. Концерт – шәхси башланғысыбыҙ. Егеттәргә нисек тә булһа ярҙам итә кәрәк, - тип билдәләне Илшат Абдуллин.

Концертта төркөмдөң яңы йырҙары, шулай уҡ киң билдәле хиттары яңғыраны. Коллектив менән бергә төркөмдөң дуҫы, Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестры дирижеры Линар Дәүләтбаев сығыш яһаны. Шулай уҡ был кистә “бүреләргә” Өфө музыканты Тимур Насиров ҡушылды.

«Бүреләр» - башҡорт телендә үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусы инструменталь коллектив, 2004 йылда ойошторолған рок төркөмө.

«Бүреләр» рок төркөмө махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн концерт ойошторҙо
«Бүреләр» рок төркөмө махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн концерт ойошторҙо

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb