“Бүреләр” төркөмө Ҡазан ҡалаһында сығыш яһаны

“Бүреләр” төркөмө Ҡазан ҡалаһында сығыш яһаны

“Бүреләр” башҡорт рок төркөмө Татарстан республикаһы көнө уңайынан ойошторолған ҙур концертта сығыш яһаны. “Бүреләр” бер көндө ике майҙанда – “Мәҙәниәттәр мозаикаһы” һәм Ҡазан кремлендә үткән “Таткультфест” фестивалендә сығыш яһаны.

Башҡорт музыканттары күрше республикала билдәлелек яулай бара. Быға тиклем дә улар Татарстандағы күләмле мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡаны бар. Музыка, былай ҙа туғандаш халыҡтар араһындағы барлыҡ сиктәрҙе юҡҡа сығара, яҡынайта һәм берләштерә, тип билдәләй төркөм етәксеһе Илшат Абдуллин.

“Таткультфест” фестивалендә “Бүреләр” билдәле татар йырсыһы, әлеге ваҡытта Австралияла эшләүсе Зөлфиә Камалова менән бер сәхнәлә сығыш яһаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb