Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, кисә Бүздәктә "Еҙ ҡыңғырау" халыҡ ижады конкурс-фестивале үтте. Байрамда халыҡ кәсептәре оҫталары, милли кейемдәр һәм һауыт-һаба күргәҙмәләре, Башҡортостан халыҡтарының аш-һыуы менән гастрономия майҙансыҡтары ойошторолдо.
Сараға төрлө райондарҙан ижади коллективтар йыйылды. Йыр-моң һәм милли аштар әҙерләү буйынса конкурстар үтте.
Бәлеш башҡорт, татар халҡының яратҡан милли аштарының береһе. Гүзәл заттар бәлеш бешереү серҙәрен быуындан-быуынға тапшыра килһә лә, уны яттарға сисеп бармай. Шулай ҙа "Ҡунаҡ ашы - Бүздәк бәлеше" конкурсында һәр кем үҙ оҫталығы менән маҡтана алды.
Бүздәктәге "Еҙ ҡыңғырау" халыҡ ижады конкурс-фестиваленең бер өлөшө милли аштар конкурсы, өҫтәлдәр мул һыйҙан һығылып тора.
Байрамға Шаран, Өфө, Нуриман, Саҡмағош райондарынан ижади коллективтар йыйылды. Фольклор ансамблдәре йырҙарҙың хәҙерге заманда һирәк ишетелә торғандарын өйрәнгән.
Халыҡ йолаларына нигеҙләнгән байрам бейеүһеҙ үтмәй. Бүздәк мәктәбе уҡыусылары театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Гармун моңдарына дәртле бейеүҙәргә килгән ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.
Украин, немец, марый халыҡтары үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.Төбәктә милләттәрҙе берләштереүсе байрамдар йыш уҙа. Ниндәйҙер кимәлдә ул республикала 2020 йылда көтөлгән Фольклориадаға әҙерлек булып та тора.
Фестивалдең "Еҙ ҡыңғырау" тип аталыуы ла юҡҡа ғына түгел, электән байрамдар, туйҙар, еҙ ҡыңғырау тауышына күмелгән, белем усаҡтарында дәрестәр ҙә тап еҙ ҡыңғырау сыңы менән башланған.
Ижади коллективтар сәхнәлә концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Гран -при Бүздәк икенсе мәктәбе коллективына бирелде.
Сара төрлө милләттәрҙең татыулыҡ-дуҫлыҡ байрамына әйләнде, уны алдағы йылдарҙа ла дауам итеү һәм тағы ла киңерәк даирәлә үткәреү бурысы ҡуйылды.