Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов "Бәхет хаҡы" спектаклен нимә көтөүе тураһында һөйләне.
27 апрелдә, бик күп тамашасыларҙы тетрәндереп, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Ғафаров вафат булды.
3 майҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында Фидан Ғафаров төп ролдәрҙең береһен башҡарған “Бәхет хаҡы” спектакле күрһәтелергә тейеш ине. Унда, ғәҙәттәгесә, билеттар бер ай алдан тиерлек алынып бөткән булған.
Был спектаклгә күптәр Фидан Сафа улын күрер өсөн йөрөнө, һәм уның вафатынан һуң тамашаның яҙмышы күптәрҙе борсоно. Кисә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов был һорауға яуап бирҙе.
3 май көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, артистың вафатынан һуң да бер билет та кире тапшырылмағас, спектаклде Фидан Сафа улының яҡты иҫтәлегенә арнап күрһәтәсәк. Фидан Ғафаров уйнаған Зариф роленең сәхнәләре был көндө экранда күрһәтелә.
“Бәхет хаҡы” мелодрамаһы 2012 йылдың 19 апрелендә сәхнәгә сыҡҡан һәм 3 майҙа спектакль Фидан Сафа улы ҡатнашлығында 199-сы тапҡыр уйналыр ине.
Айрат Абушахманов әйтеүенсә, спектакль тап Фидан Ғафаров өсөн ҡуйылған һәм унда уның яҙмышы сағылыш тапҡан. Шуға күрә 3 майҙан һуң “Бәхет хаҡы” башҡаса күрһәтелмәйәсәк.