Бәхил бул, шағир...

Бәхил бул, шағир...

2 июндә Башҡортостан рухиәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә 78 йәшендә оҙаҡ ауырығандан һуң шағир, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирек Кинйәбулатов мәрхүм булды.
Әҙипте үҙе васыят иткәнсә тыуған ерендә - Ҡырмыҫҡалы районында ерләйәсәктәр.
Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында тыуған.
Уның «Баҫыу юлы», тәрән лиризм һәм юғары гражданлыҡ пафосы, һуғышҡа һәм кешеләр араһында башҡа дошманлыҡҡа нәфрәт менән һуғарылған, беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1979 йылда донъя күрә.
Шағирҙың артабанғы «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе» китаптары шиғри формаларҙың төрлөлөгө, тәрән драматизм, шиғри телдең сағыу образлығы, афористиклыҡ һәм философик менән айырылып тора.
2013 йылда шағирҙың «Ғүмер китабы» исемле яңы китабы сыға. Академик Ғайса Хөсәйеновтың баш һүҙе менән бер томлы әҫәрҙәр йыйынтығына, юғары гражданлыҡ пафосы рухында яҙылған, алдан йыйынтыҡтарҙа баҫылған, шиғырҙар һәм поэмалар: «Баҫыу юлы», «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе», «Мин — башҡорт!», «Арғымаҡта», «Замана тауышы» инә.
Ирек Кинйәбулатов Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарев, Рәми Ғарипов, Фатих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелгән. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ. 2008 йылда шағир Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты була.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb