Бөгөн, 25 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Я. Пулиновичтың «ЙӘНЕМ, ИРТӘГӘ ЯҢЫ КӨН ТЫУЫР» спектакле ҡуйыла. 2014 йылда сәхнәләштерелгән әҫәр – 2016 йылда Екатеринбург ҡалаһында уҙғарылған «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһына -(Руслан Хайсаров) лайыҡ булғайны.
Бала сағынан уҡ донъяның асы-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 50-гә яҡынлашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер.
Тик, бер көн егет, Жаннаны ташлап, күптән танышып йөрөгән ҡыҙы янына сығып китә. Ләкин матди ҡыйынлыҡтарға, тормош ауырлығына түҙә алмай, ул, йәш кәләше менән, сабый балаһын күтәреп, яңынан Жаннаның ишеген ҡаға…
Спектакль авторҙары: руссанан Гөлназ Ҡотоева тәржемәһе, ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, композитор Илшат Яхин, балетмейстер Сулпан Асҡарова.
Ролдәрҙә: Жанна -Эльвира Юнысова, Альберт-Руслан Хайсаров, Рита-Лилиә Ғәлина, Вадим Робертович-Хөрмәтулла Үтәшев,Элина-Зилиә Ситдиҡова,Земфира-Гөлфиә Рафиҡова, егеттәр-Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов,Урал Әминов.