Бөгөн Рәсәйҙә Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу буйынса матәм көнө. Дәүләт флагтары төшөрөлгән. Мәҙәниәт учреждениелары күңел асыу тапшырыуҙарын күсергән, телеканалдар һәм радиостанциялар эфир сеткаһын үҙгәрткән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Кемероволағы янғында кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле 28 мартты матәм көнө тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Кемеровоның үҙендә дүшәмбе иғлан ителгән өс көнлөк матәм дауам итә.