Бөгөн “Аманат” башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың I республика бәйгеһе үтте

Бөгөн  “Аманат” башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың I республика бәйгеһе үтте
Бөгөн, 2 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында “Аманат” башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында (думбыра, ҡыл-ҡумыҙ) уйнаусыларҙыңI республика бәйгеһе үтте. Конкурс күренекле композитор Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына арналғайны.

Бәйгене ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

Тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сығыш яһаны: “Республикабыҙҙың мәҙәни тормошондағы әһәмиәтле сарала Беренсе республика думбырасылар һәм ҡыл-ҡумыҙсылар бәйгеһенең Гала-концертына йыйылыусыларҙы ихлас күңелдән тәбрикләйем. Киләсәктә лә конкурсанттарҙың тәбиғәт биргән һәләттәргә тоғро ҡалыуҙарын, думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ менән бергә халҡыбыҙ мәртәбәһен һаҡлаусыларға тынғыһыҙ ижад теләйем. Бергәләп музыка ҡоралдарыбыҙҙы пропагандалауҙы, үҫтереүҙе артабан да дауам итәйек!”.

Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) Башҡарма комитетының баш белгесе Алһыу Сирғәлина үҙ сығышында түбәндәге матур теләктәр яңғыратты: “Халҡыбыҙҙың быуаттарҙан-быуаттарға тапшырылып килгән хазинаһы-халыҡ музыка ҡоралдары думбырала һәм ҡыл-ҡумыҙҙа оҫта итеп уйнаусы йәшен дә, ҡартын да йыйған бөгөнгө байрам. Бәйгеселәр араһында сәнғәткә, халыҡ ижадына ғашиҡ балаларҙың күп булыуы айырыуса һөйөндөрә.Тимәк, беҙҙең күңелебеҙгә һулар һауа, эсәр һыу, әсә һөтө, тыуған тупраҡ һәм халҡыбыҙҙың бөгөлмәҫ рухы менән һеңгән моң быуындан-быуынға тапшырыла. Ул һис ҡасан ағылыуҙан туҡтамаһын!”.

Билдәле һәм күренекле музыкаль фольклористика һәм халыҡ музыкаһы белгестәренән торған жюри ағзалары: З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры Зифа Сәфәрғәлина (думбыра), З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ-ның доценты Рафаэль Вәлиев (ҡыл-ҡубыҙ), ошо уҡ уҡыу йортоноң уҡытыусылары Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), Эльвира Мөхәметдинова (ҡыл-ҡубыҙ) еңеүселәрҙе билдәләне. Жюри рәйесе- З. Исмәғилев исемендәге ӨДСИ-ның доценты Сабир Әбхәлимов бәйгеселәргә диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Конкурс шарттары буйынса бәйгелә музыка, сәнғәт балалар мәктәптәре, ижади йорттарҙа, дөйөм белем биреү усаҡтарының түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе балалар, урта һәм юғары белем биреү уҡыу йорттарының студенттары ҡатнашты.

Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була. Конкурстың Гран-при исеменә Зәлиә Ғәниәтуллина лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) Башҡарма комитетының махсус призы менән Ләйсән Усманова һәм Наилә Йосопова бүләкләнде. Бәйгенең беренсе дәрәжә лауреаттары: Айрат Нәзиров һәм Заһиҙә Шәғәрғәзинаның матур һәм моңло сығыштарын тамашасылар алҡыштарға күмде.

Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде, лауреаттарға махсус приздар тапшырылды.

Гала-концертҡа йыйылған тамашасылар матурлыҡ, гүзәллек менән осрашыуҙың бәхетле миҙгелдәрен кисерҙе.

Илаһи ҡумыҙ моңдары һәм думбыра тауышы илебеҙҙә яңғырап торһон!

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb