Бөгөн «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсының Гала концерты уҙғарыла

Бөгөн «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсының Гала концерты уҙғарыла

Бөгөн, 18 декабрҙә Өфөлә III «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсының Гала-концерты  ойошторола. Бәйге ҡыллы номинациялар — думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ өсөн генә уҙғарылды.

Музыкаль бәйгене ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Ҡурайсылар союзы.

Конкурста балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, балалар ижад йорттары һәм урта дөйөм белем биреү мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, музыка колледжы, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша.

18 декабрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Аманат» лауреаттары һәм дипломанттары ҡатнашлығында Гала-концертҡа рәхим итегеҙ! Башлана 19.00 сәғәттә.

            

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb