Бөгөн “Аманат” бәйгеһенең матбуғат конференцияһы үтте

Бөгөн “Аманат” бәйгеһенең матбуғат конференцияһы үтте

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында  “Аманат” башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында (думбыра, ҡыл-ҡумыҙ) уйнаусыларҙың I республика  бәйгеһенең матбуғат конференцияһы үтте.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурс күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына арнала һәм 2 декабрь көнө  Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында  үтәсәк.

Бәйгене ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

Конкурс шарттары буйынса бәйгелә музыка, сәнғәт балалар мәктәптәре, ижади йорттарҙа, дөйөм белем биреү усаҡтарының түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе балалар, урта һәм юғары белем биреү уҡыу йорттарының студенттары ҡатнаша.

Билдәле һәм күренекле музыкаль фольклористика һәм халыҡ музыкаһы белгестәренән торған жюри ағзалары: З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры Зифа Сәфәрғәлина (думбыра), З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ-ның доценты Рафаэль Вәлиев (ҡыл-ҡубыҙ), ошо уҡ уҡыу йортоноң уҡытыусылары Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), Эльвира Мөхәметдинова (ҡыл-ҡубыҙ). Жюри рәйесе- З. Исмәғилев исемендәге ӨДСИ-ның доценты Сабир Әбхәлимов.

Конкурстың ойоштороу комитетына Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, БР халыҡ артисы Айҙар Зөбәйҙуллин, оҫта ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, ӨДСИ-ның  башҡорт инструменттары факультетының  деканы Азат Айытҡолов, ӨДСИ-ның традицион музыкаль башҡарыу  кафедра мөдире Артур Ғайсаров.

Тамашасыларҙы 2 декабрь көнө 19.00 сәғәттә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк “ Аманат” конкурсының дипломанттары һәм лауреаттары сығышынан торған Гала-концертҡа саҡырабыҙ.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb