Бөгөн Баймаҡ районында “Аҫылташ” тип исемләнгән башҡорт мәҙәниәте республика йыйыны башлана. Мәғариф форумының программаһы Клязьмалағы “Мәғәнәләр биләмәһе” йәки Һарытауҙағы “Иволга” форумдарына оҡшаш.
Ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала. Милли ризыҡтар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе уҙғарыла, этноквестар, башҡорт телендә дебаттар үткәрелә.