1963 йылда СССР телевидениеһында балалар редакцияһы эш башлай. Бала-саҡтан күптәребеҙгә таныш"Ералаш", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр" программаларын бөгөн дә балалар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Башҡортостанда "Тамыр" балалар телерадиостудияһы бик тә уңышлы эшләп килә. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, сағыу тапшырыуҙарҙы бөтәбеҙ ҙә яратып ҡабул итәбеҙ. Рәсәй кимәлендәге төрлө фестивалдәрҙә бер туҡтауһыҙ еңеүсе булыуҙары оҫталыҡтың иң юғары кимәле тураһында һөйләй.