Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылыуға - 50 йыл

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылыуға - 50 йыл

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ә торған урыны нисек уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.

Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.

Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна

Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.

Бөгөн 17 ноябрь көнө, ошо билдәле дата уңайлы М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейында музыкаль кисә уҙғарыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында  “Салауат Юлаев һәйкәлен асыуға 50 йыл: 1967-2017” исемле электрон күргәҙмә эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb