Бөгөн баш ҡаланың “Еңеү” паркында Ватан өсөн яу ҡырында башын һалған ил улдарын хөрмәтләп флеш-моб уҙғарыла

Бөгөн баш ҡаланың “Еңеү” паркында Ватан өсөн яу ҡырында башын һалған ил улдарын хөрмәтләп флеш-моб уҙғарыла

Теүәл 75 йыл элек 23 февралдә 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәм рядовой Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк булған.

Бөгөн баш ҡаланың “Еңеү” паркында башҡорт халҡының ҡаһарман улдарын, шул иҫәптән, Ватан өсөн яу ҡырында башын һалған ил улдарын хөрмәтләп флеш-моб уҙғарыла.

Иҫкә алыу сараһына һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙарҙың портреттарын, аҡ шарҙар һәм ал ҡәнәферҙәр алып килергә мөмкин. Күмәкләп башҡорт һәм рус телендә «Шайморатов генерал» йырын башҡарыу ойошторола.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb