Бөгөн башҡалала «MATURDESIGNmall» күргәҙмәһе асыла

Бөгөн башҡалала «MATURDESIGNmall» күргәҙмәһе асыла

Бөгөн, 10 майҙа, «MATURDESIGN» фестивале барышында Өфөлә «MATURDESIGNmall» күргәҙмәһе асыла.

«Заманса социомәҙәни киңлектә дизайн һәм архитектура» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын һәм уның йомғаҡтары буйынса каталог-йыйынтыҡ баҫтырып сығарыуҙы үҙ эсенә алған проект Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булған.

Күргәҙмәлә график, мөхит дизайны, архитектура йүнәлештәре буйынса тәҡдим ителгән эштәр менән танышырға мөмкин.

Сараны  ойоштороусылар — Башҡортостан Дизайнерҙар союзы.

 Күргәҙмә ағымдағы йылдың 27 майына тиклем дауам итәсәк.  Адресы: Өфө, Киров урамы, 15 –се һанлы йорт.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb