Бөгөн Башҡорт академия драма театры Ғаилә йылына арналған яңы социаль проект тәҡдим итә

Бөгөн Башҡорт академия драма театры Ғаилә йылына арналған яңы социаль проект тәҡдим итә

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ғаилә йылына арналған яңы социаль проекты «Әсәйҙәр өсөн күнекмә» тип атала.
Бөгөн, 5 июнь 17.30 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда республиканың билдәле фитнесс-үҙәге белгестәре һауыҡтырыу өсөн гимнастика үткәрәсәк.

Улар менән бер рәттән театр һәм кино йондоҙҙары, танылған эстрада йондоҙҙары, телевидение алып барыусылары ҡатнашасаҡ.  Барлыҡ тамашасыларҙы, был матур сәләмәтлек акцияһында ҡатнашырға әйҙәйбеҙ.

Был сара ваҡытығыҙҙы күңелле һәм файҙа менән үткәрергә ярҙам итер. Һеҙҙе күңелле музыка, күтәренке кәйеф, шулай уҡ спонсорҙарҙан иҫ китмәле бүләктәр көтә!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb