Бөгөн Башҡорт академия драма театрында “Мин һинең ҡәйнәң булам” комедияһы

Бөгөн Башҡорт академия драма театрында  “Мин һинең ҡәйнәң булам” комедияһы

Бөгөн, 4 апрель көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында  С. Беловтың “Мин һинең ҡәйнәң булам” комедияһы сәхнәләштерелә.

Спектакль авторҙары: ҡуйыусы-режиссер Олег Ханов, рәссам Альберт Нестеров, композитор Ләйсән Шәрипова, бейеүҙәр ҡүйыусы Сулпан Асҡарова .

Ролдәрҙә Ғәлиә Харисовна-Фидан Ғафаров, Йәмил -Руслан Хайсаров, Нажия-Милена Ишаева, Вәсил Кәбирович-Алмас Әмиров, Илдар Сәйетов, Мәрйәм Иршатовна-Светлана Хәкимова,Гөлнара Әмирова, Элеонора-Рәзифә Динмөхәмәтова.

...Нажия  менән Йәмилдең дуҫлашып йөрөүе әллә ҡасандан, тик никах сәғәттәре һаман һуҡмай, эште  өсөнсөгә өйләнергә  тиҙ  генә баҙнат итмәгән  Йәмил һуҙа.  Шулай ҙа, бер көндө Нажия, инде  лә   түҙемлеге бөтөп: «Әгәр ҙә  миңә ун һигеҙ йәш булһа, һинең менән яҙылышмайынса ла йәшәр инем. Ләкин  миңә күптән ун һигеҙ түгел, ғәфү ит, минең  бындай билдәһеҙлектә йәшәгем килмәй»,- ти. Ә Йәмил, һаман икеләнеп: “Ҡатыныңдың нисек буласағын белгең килһә - әсәһенә ҡара”, “Алма  ағасынан алыҫ төшмәй”, ҡыҫҡаһы, ней... Мин… әсәйең менән танышҡым килә»,- тип һалдыра,  буласаҡ ҡәйнәһенең  юҡҡа ғына  төрмәгә эләгеүен белмәйенсә.  Бар яҡтан да   килгән кейәүҙе ысҡындыра буламы һуң  Нажия!  Йәмилгә иректән «ҡәйнә»  эҙләй.

      «Кейәүгә сығырға уйлайбыҙмы? Шылды.   Мин инде  налоговый инспектор ҙа, президенттың ышаныслы кешеһе лә, гаишник та, чекист та, аяҡһыҙ һуғыш  ветераны ла булдым. Ә бына ҡәйнә ролендә...», - тип, ризалаша  Ғәлиә Харисовна  - мыҡты кәүҙәле  бер...  ир?!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb