Бөгөн Башҡорт академия драма театрында үтәсәк “Театрҙар төнө” сараһына рәхим итегеҙ!

Бөгөн Башҡорт академия драма театрында  үтәсәк “Театрҙар төнө” сараһына рәхим итегеҙ!

Бөгөн, 12 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында  “Театрҙар төнө” сараһы уҙасаҡ.

Театр алды майҙанында 18.30 сәғәттә Руслан Хайсаров үҙ командаһы менән тамашасыларыбыҙға ҡыҙыҡлы һәм дәртле уйындар тәҡдим итәсәк.

Төп саралар театр фойеһында 19.15 сәғәттә башлана. Театрҙың беренсе ҡатында тамашасыларҙы композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендә театр оркестры ҡаршы аласаҡ.

Ә инде театрҙың 2-се ҡатында тамашасылар “Башҡортостан” киностудияһы үткәргән кастингта ҡатнаша аласаҡ. “Театр төнө- 2018!” проектының  был өлөшөн  актер Урал Әминов алып бара. Уның һөйләүе буйынса, теләгән һәр кем костюмдар кейеп, грим һалып үҙен киноактер ролендә һынап ҡарай аласаҡ.

Шулай уҡ, «Салауат Юлаев» хоккей клубы фанаттары - актерҙары Айҙар Шәмсетдинов һәм Илдар Ғүмәров һеҙҙе “Театрса хоккей”ҙа (“Vedro Challenge”) көтөп ҡала.

Тамашасыларҙы театрҙың Көрән залында (3-сө ҡатта) билдәле кинорежиссер Булат Йосопов көтөп ҡала. Ул унда мастер-класс  үткәрәсәк. Шулай уҡ, театрыбыҙҙа оҙаҡ йылдар рәссам-бутафор булып эшләгән талант эйәһе Анатолий Жучковтың мауыҡтырғыс күргәҙмәһе уҙасаҡ.

Был төндө тамашасыларыбыҙ өсөн фотозона ойошторола – унда тамашасы үҙ яратҡан артисы менән фотоға төшә аласаҡ, һуңынан интернет киңлектәрендә фотолар һалғанда #башдрам, #башдрамдыяратам, #башдрамвлицах  һәм башҡа хэштегтарын ҡуйырға онотмағыҙ, ул фотолар мотлаҡ беҙҙең төркөмдәрҙә урын аласаҡ.

Театр һәм артистар хаҡында төрлө мәрәкәләр һәм дә ҡыҙыҡлы хәлдәр тыңларға теләйһегеҙме? Улайһа театр буфетына рәхим итегеҙ. Башҡорт байҙары булып кейенгән актерҙар Ирек Булатов, Илсур Байымов, Хәҡим Мортазин һәм Юнир Ҡоланбаев һеҙҙе “Ҡунаҡ ашы”на көтә. Улар һеҙгә ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләрҙәр, төрлө йырҙар йырларҙар һәм әлбиттә ҡурайҙа ла уйнарҙар. Тамашасылар өсөн буфет үҙенсәлекле меню әҙерләгән: унда “Ғафаровса котлеттар”, “Ирсаева териякиялары”, “Бөҙрә Хайсарчик” тортын һатып ала алаһығыҙ.

20.00 сәғәттә - театрлаштырылған тамаша. Программала - фильмдарҙан һәм спектаклдәрҙән өҙөктәр, һеҙҙең яратып  тыңлаған йырҙар. Ә театрлаштырылған тамашанан һуң беҙҙең “Театр төнө” проектының партнеры - "Башҡортостан" киностудияһы тамашасыларға беҙҙең актерҙар ҡатнашлығындағы ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтәсәк.

Театр музейында викторина үтәсәк, ә дүртенсе ҡатта урынлашҡан  кулуарҙа Башҡортостандың халыҡ артисткаһы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнусова артистар һәм тамашасылар менән бергә яңы пьеса уҡыясаҡ.

Нисек инде “Театр төнө” спектаклһеҙ үтһен? 22.00 сәғәттә театрҙың  бәләкәй залында Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса “Эҙләнем, бәғерем, һине” спектакле күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb