Бөгөн, 3 май көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма теары сәхнәһендә Туфан Миңнуллиндың «МУЛЛА» драматик хикәйәһе буйынса спектакль тәҡдим ителә. 2007 йылдан алып театр репертуарына ингән был сәхнә әҫәре тамашасыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Спектаклдең режиссеры- Айрат Абушахманов, рәссамы- Рөстәм Баймөхәмәтов, музыкаль яҡтан биҙәүсе-Илшат Яхин, балетмейстеры-Рәмизә Мөхәмәтшина, хормейстеры-Афарим Аҡсурин.
Самат исемле бизнесмен ауылда мәсет төҙөтә. Тик унда берәү ҙә йөрөмәй. Күп уйлап тормай, Самат ауылға Әсфәндиәр исемле йәш кенә мулланы килтерә. Егет йәш, әммә тормоштоң асы-сөсөһөн етәрлек татып, тәүбәгә килгән. Хәҙер уның теләге - башҡаларҙы ла иманға өндәү. Мулла булараҡ ауылда абруй-хөрмәт ҡаҙаныу еңел булмаясағын беренсе көндән үк аңлай ул. Ауыл ҡыҙҙарын ҡурҡытып тотҡан урындағы бандиттар, олатаһының үсен ҡайтарыусы сәйер Вәлиәхмәт, эскелек, аҙғынлыҡ… Дин юлына яңы ғына аяҡ баҫҡан йәш кеше быларға ҡаршы тора алырмы? Үҙ донъяларына бикләнгән әҙәм балаларының күңеленә үтеп инә алырмы? Йәш мулла тәүәкәлләй.
Бөгөн спектакль сәғәт 19.00 башлана. Спектакль 2 сәғәт тә 15 минут дауамында бара. Рәхим итегеҙ!