Бөгөн Башҡорт драма театры сәхнәһендә «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы

Бөгөн Башҡорт драма театры сәхнәһендә «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы

Бөгөн, 18 ғинуар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә 2013 йылда тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителгән, әле лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаралған Таңсулпан Ғарипова авторлығында «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы.

Ғәжәйеп үҙенсәлекле сәхнә күренеше һүрәтләнә мюзиклда:  башҡорт халыҡ йолалары менән хәҙерге заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары бер- береһенә үрелеп бара.

Спектакль башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға”ның сюжетына нигеҙләнгән. Мюзиклда әҙәм йәнле хайуан - Ҡара юрғаның кешеләрҙең бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, бында героик әкиәт, социаль - көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ күренә.
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» - сағыу һәм романтик, күңелгә үтеп инерлек, моңло спектакль. Күтәренке рух, юмор, махсус музыка, актерҙарҙың оҫта уйыны, зауыҡлы сәхнә костюмдары, заманса биҙәлеш - быларҙың барыһы ла тамашасыла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.

Спектакль Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты ярҙамында ҡуйылған. Спектакль 2 сәғәт 30 минут бара. Мюзиклдың режиссеры Олег Ханов, рәссамы Альберт Нестеров, композиторы Урал Иҙелбаев, балетмейстерыы Сулпан Асҡарова.

 Бөгөнгө тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb