Бөгөн Башҡорт драма театрында Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтә

Бөгөн Башҡорт драма театрында Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе үтә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бөгөн-20  ғинуарҙа актер, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына – 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтә.

“Һәр көн иртә ҡояш сыға... ҺИҢӘ ЛӘ... Һәр көн иртә елдәр иҫә...“ тип аталған кисә Илшат Хәлил улының тормош һәм ижад юлына бағышлана.  Сарала  М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Салауат башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе ҡатнашасаҡ. Ике бүлектән ҡуйылған ижади хәтер кисәһендә Илшат Йомағолов яҙған драма әҫәрҙәренән өҙөктәр уйналасаҡ һәм “Башватҡыс” фильмы күрһәтеләсәк (“Башҡортостан” киностудияһы, реж.- А.Йомағолов).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb