Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә - “Нәркәс”

Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә  - “Нәркәс”

Бөгөн, йәғни 17 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Илшат Йомағоловтоң "Нәркәс" трагедияһын яңыртылған вариантта тәҡдим итә.

"Нәркәс" әҫәре беренсе тапҡыр  1968 йылда сәхнәләштерелә.  Спектакль төрлө кимәлдәге  фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.  40 йыл дауамында сәхнә түренән төшмәй был траагедия.  Нәркәс ролендә  Гөлли Мөбәрәкова, Тәнзилә Хисамова, Рәмзиә Хисамова кеүек Башҡортостандың халыҡ артистарына сығыш яһарға тура килгән. Бөгөн ул тамашасы хөкөмөнә дүртенсе быуын актерҙары ҡатнашлығында тәҡдим ителә.

Премьера 17, 18 февралгә билдәләнгән.  Ҡуйыусы- режиссеры - сығышы менән Өфөнән, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәүсе Илдар Ғиләжев. Спектаклдәге декорациялар һәм костюмдар рәссам Таң Еникеевтың элекке эскиздары буйынса яңыртылған, Урал Иҙелбаевтың музыкаһы менән тергеҙелә. Әҙәм балаһы ергә үҙ пары менән килә, тиҙәр.Яҙмыш юрауҙарын үтеп, тәҡдиренә яҙылғанын кисереп, ул үҙ яртыһын юллай, йә таба, йә юҡ... Таба икән- был ғәләм алдында үҙе бер бөйөклөк, таба алмай икән- яҙғаны шул. Ошо бөйөклөктө һаҡлау, ваҡ низағтарҙан ҡурсалау, йә бар итеү, йә юҡ итеү – бәндәнең үҙ ҡулында. Нәркәс һәм Тимерхандың мөхәббәте лә яҙмыш һынауына дусар ителә: дошман ырыуҙың иң һылыу ҡыҙы Нәркәскә Тимерхан, бер күреүҙә ғашиҡ булып, үҙ төйәгенә алып ҡайта, ҡыҙ ҙа Тимерханды хыялындағы егет икәненә инана. Бер - береһенә сикһеҙ ғашиҡ ике йәш йөрәк өсөн уҫаллыҡ, дошманлашыу, бер-береңдән үс алыу, барымта- ҡарымталар, әйтерһең, бөтөнләй юҡҡа сыға. Әммә бер иртәлә ҡыҙ күңеле ҡапыл һиҫкәнеп йондоҙҙарҙан ергә төшә: үҙен тәрбиәләп үҫтергән ырыуҙаштарынан һорамай киткән дәбаһа ул! Дошман тирмәһендә ултыра. «Ирҙән ашмаҡ бар, илдән ашмаҡ юҡ!»,- тип, Нәркәс илен һайлай. Ә Тимерхан? Ҡыҙ артынан дошман ырыуына ҡабат барырға көсө етерме егеттең?

 Спектакль йөкмәткеһе, сәхнә костюмдары ла шул килеш һаҡланған. Тик актерҙар составында ғына үҙгәрештәр индерелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb