Бөгөн, 15 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры Урал Ғәлиев әҫәре буйынса Айрат Абушахманов сәхнәләштергән "МИН- МАРАТ" драмаһын тәҡдим итә.
1980-се йылдар. Телевизорҙа – Брежнев, илдә – тотороҡлолоҡ. “Ғаилә – йәмғиәт нигеҙе”
Төп герой Марат – ябай совет табибы, намыҫлы эшләй, төнгө дежурстволар ала, тәртипле ғаилә башлығы һәм яҡшы атай, уның ҡатыны – уҡытыусы. Көн һайын бер үк хәл: өй-эш, эш-өй. Барыһы ла шулай барырға тейеш һымаҡ, әммә бер көн уның күнегелгән тормошона мөхәббәт килеп инә!.. Ысынбарлыҡ үҙгәрә, урыны менән ул хатта иллюзияға оҡшап китә. Быларҙың ҡайһыһы ысынбарлыҡ икәне аңлашылмай: телевизор, яңылыҡтар, эш, фатир, ғаилә булған ҡәҙимге тормошмо, әллә һөйгәнең менән аҙ ғына ваҡытҡа йәшертен осрашыуҙармы? Ҡайһыһы уның әкиәт һуң?
Тағы ла ул йылдарҙа, нисек кенә сәйер булмаһын, шәхси тормошҡа йәмәғәтселек хужа була.
Ролдәрҙә – Илсур Байымов, Гөлназ Хайсарова, Лилиә Ғәлина, Азат Вәлитов, Юлиә Асҡарова, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Морат Рафиҡов, Римма Ҡаһарманова.
Спектакль 19:00 башлана. Рәхим итегеҙ! ⠀ ⠀