Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Абдулла Солтановтың 90 йәшенә арналған кисә уҙғарыла

Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Абдулла Солтановтың 90 йәшенә арналған кисә уҙғарыла

 Башҡорт халҡының бөйөк мираҫы, оҙон көйҙө юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығына эйә булған уникаль йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтановҡа 90 йәш.

Бөгөн, 5 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында легендар йырсының күркәм ғүмер байрамы айҡанлы кисә ойошторола. Башҡорт мәҙәниәтенә, халҡыбыҙ таланты һәм тере хазинаһы  Абдулла Солтановтың моңона битараф булғандарҙы көтөп ҡалабыҙ.

   Абдулла Солтанов йыр сәнғәтендә үҙенсәлекле күренеш. Башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе киң диапазонда, көслө тауыш менән башҡарған Абдулла Афзал улы халҡыбыҙҙың йыр һәм ҡурай сәнғәтен донъя кимәлендә таныта. Йырсының һоҡландырғыс ижады милли йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелде. «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза»… Сәхнәләге ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы, тәбиғи һәләте үҙ һөнәренең маһиры булыуын дәлилләй. 

   5 декабрҙә үтәсәк байрамда Флүрә Килдейәрова, Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Радик Вәлмөхәмәтов, Сәйҙә Ильясова, Венера Рәхмәтуллина, Илдар Жамалов, Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамбле ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb