Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Йылайыр районы сығыш яһай

Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Йылайыр районы сығыш яһай

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған фестиваль-марафонды Йылайыр районы сәнғәт оҫталары дауам итә.
Бөгөн, 16 ноябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Йылайырҙың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған бай экспозиция, халыҡ оҫталары эштәренән торған сағыу күргәҙмә эшләйәсәк.

Сараға килеүселәргә үҙҙәренә оҡшаған әйбер һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Иң мөһиме: ҡурайсылар иле Йылайырҙың моңло һәм дәртле халҡы баш ҡала ҡунаҡтарына һәм яҡташтарына бай йөкмәткеле концерт тәҡдим итә. Инеү ирекле. Башлана 18.00 сәғәттә.

Йылыйыр районын 14 муниципаль ауыл берәмегенең 57 ауылы берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр, Юлдыбай, Ҡананикольский, Матрай, Яманһаҙ, Һабыр.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда күпселекте башҡорттар, урыҫтар, сыуаштар, татарҙар тәшкил итә.

Йылыйыр районынан сыҡҡан билдәле шәхестәр исемлеге: Александр Бурзянцев-рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ  рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Вәлиев Фәрит Абдулла улы- ғалим-химик‑органик. Химия фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы һәм Ленин комсомолы премияһы лауреаты.

Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы -табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb