Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Нияз Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтә

Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында Нияз Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтә

Бөгөн билдәле шәхесебеҙ, академик Нияз Мәжитовҡа арналған Башҡорт дәүләт университетында “Евразия боронғо һәм урта быуат мәҙәниәт солғанышында” тигән темаға халыҡ-ара фәнни симпозиум үтә.

Конференция пленар һәм секция өлөштәргә бүленгән. Бынан тыш, сара сиктәрендә республиканың район һәм ҡалаларында эшләп килгән ҡоролтай етәкселәренең семинары ҡаралған. Уҡыу йортоноң фойеһында Нияз Мәжитовтың эшмәкәрлегенә арналған күргәҙмә асылды.

Бөгөн кисен арҙаҡлы ғалим, археолог, академик Нияз Мәжитовтың тыуыуына 85 йыл тулыуы билдәләнә. Ошо уңайҙан 6 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уның яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтә. 

Башлана - 19.00. 
Инеү бушлай. 
Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb