Бөгөн-10 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Аксаков шыршыһы - 2019” мәрхәмәтлек акцияһы үтә. Сарала һаулығында кәмселектәре булған, ауыр ғаилә хәленә тарыған һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары балалары – 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. “Аксаков шыршыһы”на шулай уҡ хөрмәтле ҡунаҡтар саҡырылған. Улар – танылған балалар табибы Леонид Рошаль, төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.
Байрам шыршыһы эргәһендә тамаша, артабан музыкаль әкиәт күрһәтеләсәк.
Сараны ойоштороусылар: Өфө ҡалаһы һәм Киров районы хакимиәте, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, баш ҡала предприятиелары һәм банктары.