Бөгөн-27 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Илдар Абдразаҡовтың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл: Өфөлә Музыка фестиваленең гала-концерты үтә.
Гала-концертта XXI быуат дирижерҙары араһында иң сағыу кешеләрҙең береһе , Льежда Валлонияның Королдәр опера театры баш дирижеры Сперанца Скаппуччи сығыш яһаясаҡ.
Сарала танылған артистарҙан башҡа Елена Образцова исемендәге Халыҡ-ара музыка академияһы солистары ла саҡырылған. Шулай уҡ Илдар Абдразаҡов Өфө сәнғәт институтында оҫталыҡ дәрестәре ваҡытында һайлап алған Өфөнөң йәш опера йырсыларының ҡатнашыуы көтөлә.