Бөгөн башҡорт халҡының данлы улы, Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙин тыуған. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бөйөк эштәр башҡарырға өлгөрә был шәхес.
Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы 1896 йылдың 9 октябрендә Ырымбур губернаһы Бесәнсе ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында) тыуған. 1909 йылда Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәһенә уҡырға бара. 1914 йылда мәҙрәсә администрацияһын тәнҡитләгән өсөн уҡыуҙан ҡыуыла.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. Австрия фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. Февраль революцияһын 144-се уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, «Һалдат теләге» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша.
1918 йылда большевиктар партияһына алына, Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.
1919 йылда совет органдарының етәксеһе булып таныла. РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй.
1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була, Өфөлә ерләнгән.
Партияның 10-се съезы делегаттары менән Кронштадт фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша һәм ауыр яралана, батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исеме менән китапхана, Баймаҡ машиналар төҙөү заводы, колхоздар, тыуған ауылы, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа урамдар атала. Өфөлә һәйкәл һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Журналистар өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы булдырылған.