Бөгөн башҡорт шағиры Рәмил Ҡол Дәүләттең тыуыуына 60 йыл

Бөгөн башҡорт шағиры Рәмил Ҡол Дәүләттең тыуыуына 60 йыл

Бөгөн билдәле башҡорт шағиры Рәмил Ҡол Дәүләттең тыуыуына 60 йыл.  Ваҡытһыҙ арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа китеп барған, әммә атылған йондоҙ кеүек шиғриәтебеҙҙә сағыу яҡтылыҡ ҡалдырған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ.

Рәмил Ҡол-Дәүләт, Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы— билдәле башҡорт шағиры, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты.

Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы 1958 йылдың 30 майында  Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында уҡый. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Студент сағында уҡ уның «Ямғыр алдынан» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. Артабан Рәмилдең төрлө йылдарҙа өс китабы донъя күрә. Драма әҫәрҙәре Башҡортостандың бер нисә театрында ҡуйылды. 1990 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ул ҡаты сирләп вафат булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb