Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысындағы “Башҡорт тарихы йылы” сиктәрендә үтеп барған “Ырыуҙар йыйыны” бөгөн, 19 февралдә, Ҡариҙел районында уҙҙы. Унда Унлар ырыуы башҡорттары йыйылды. Унлар ырыуы вәкилдәре Ҡариҙелдә 30-лаған ауылда төйәкләнгән, тип белдерә тарихсылар. Һәм, бөгөн төрлө ауылдарҙан район үҙәге мәҙәниәт йортона килгәндәрҙең хәтирәләре, дәлилдәре, төрлө рәүештәге шәжәрәләре лә ошоно иҫбатлай. Бында килгәндәр араһында төп Яҡуп ауылы, Яҡуптан таралған Хәлил, Берҙәш, Туйыш, Юлдаш, Аҡбүләк, айырым Йәнсәйет ауылы һәм башҡа байтаҡ ауылдарҙан йыйылғандар.
Ҡатнашыусылар Унлар ырыуы тарихына байҡау яһаны, шәжәрәләрҙе өйрәнергә, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫты ҡәҙерләп һаҡлауға, ерле һөйләшкә һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.
Йыйын һуңынан Унлар ырыуының ҡор башы һайланды, гербы раҫланды. Бер аҙнанан Бүздәк районында Ҡаңны ырыуы йыйыны үтә.