Бөгөн Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың VII халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы башланды

Бөгөн Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың VII халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы башланды

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың VII халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы башланды.
Фестиваль йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлдә уҙа. Тәү сиратта «Иҙел» фестивале ике халыҡтың йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.

18 ноябрҙә үтәсәк айрам концертында “Иҙел” фестиваленең лауреаттарының сығыш яһауы көтөлә.

Башҡорт һәм татар телендә башҡарыусыларҙың «Иҙел» халыҡ-ара фестиваль-бәйгеһе алты йыл дауамында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан һәм Татарстан Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы һәм Бөтөн донъя татарҙары конгресы ярҙамында уҙғарыла. 

Башҡорт һәм татар халҡының иң билдәле йырсылары, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренән торған баһалама ағзалары иң-иңдәрҙе билдәләр тигән өмөт бағлайыҡ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb