Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика башлығы шыршы байрамы үтәсәк. Йәш тамашасыларға мажаралы әкиәт донъяһына сәйәхәт көтә.
Иң төп Яйы йыл тамашаһына уҡыу алдынғылары, республика-район олимпиадаһы еңеүселәре, шулай уҡ спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған 700-ҙән ашыу мәктәп уҡыусылара ҡатнашасаҡ.
Республика башлығы шыршыһы Рәсәй киноһы йылына арналып сәхнәләштерелә. Тамашаның ҡуйыусы-режиссеры Илшат Фәхретдинов әйтеүенсә, байрамға әҙерлек февралдә үк башланып, эшкә сентябрҙә ныҡлап тотонолған. Спектаклгә 200-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Улар араһында республиканың билдәле профессионал артистары ла, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малай-ҡыҙҙар ҙа бар.