Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында “Байыҡ” телевизион фестивале үтә

Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында “Байыҡ” телевизион фестивале үтә

 Бөгөн, 7 декабрҙә “Башҡортостан” концерт залында “Байыҡ” телевизион фестивале үтә.

"Байыҡ”  конкурсы быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны ла арта. Ансамблдәр һайлап алыу турына ентекле әҙерләнгән. Яңы бейеү өйрәнеүселәр ҙә, классик өлгөләргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә етди ярыш сәме менән янды, ти ойоштороусылар.

“Байыҡ” бейеү фестивалендә Мәскәү ҡалаһынан, Һарытау өлкәһенән, Сыуаш һәм Удмурт республикаларынан ижадсылар ҡатнаша.

1812 йылғы Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡандарҙы ҡаршылап, йөҙйәшәр Айҙар Байыҡ сәсәндең халыҡ алдындағы бейеүе хөрмәтенә аталған тәүге “Байыҡ” бәйгеһе Йәүҙәт Бикбирҙиндың башланғысы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында үтә.

2007 йылдан Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, бәйге йыл да ойошторолоп килә.

Рәсәйҙең бер генә төбәгендә лә бындай ярыш уҙғарылмай. Унда өс йәштән 95 йәшкә тиклем бейеүселәр көс һынаша. Хәҙер сара халыҡтың иң яратҡан популяр телевизион конкурсына әүерелде.

“Байыҡ” проект авторы- Рита Өмөтбаева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb