Музейҙарҙа Берҙәм кинолекторий Еңеү көнөн байрам итеү алдынан, бөтә ҡатнашыусы музейҙарҙа бер ваҡытта 2018 йылдың 8 майында иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем була.
Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында 1941-1945 йылдарҙағы, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһаз улы Шайморатов тураһында күрһәтеләсәк.
Миңлеғәли Шайморатов тураһында фильм башланыр алдынан һәм унан һуң музей хеҙмәткәрҙәре аңлатма биреп үтә.
«Музейҙарҙа берҙәм кинолекторий» акцияһын ойоштороусыһы- Башҡортостандың Милли музейы.
Акцияның маҡсаты – балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә музей саралары ярҙамында гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, музейҙарҙы берләштереүгә һәм мәҙәни-аң-белем таратыу эшенең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итеү.