Бөгөн Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө

Тарихтан мәғлүм булыуынса, I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй Республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана. 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы Килешеү нигеҙендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә.

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде, республиканың яңы Конституцияһын әҙерләнде, 1992 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы тигән исем бирелде. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге тарафынан Федератив килешеүгә, уға республика тарафынан индерелгән Ҡушымтаға ҡул ҡуйылыуы тарихи мөнәсәбәттәрҙе тағы нығытты. 1993 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итеү ҙә үҙаллылығыбыҙҙың юғары кимәлен билдәләне. 

1994 йылдың 3 авгусында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында вәкәләттәрҙе сикләү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу республика Конституцияһының законлылығын раҫланы һәм Башҡортостан менән Рәсәйҙең үҙ-ара аныҡ эш итеү механизмын билдәләне. 2000 йылдың 3 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы яңыртылды.

Ошо мәртәбәле байрам менән барлыҡ республика халҡын ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ышаныслы, күге аяҙ булһын!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb