Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, 18-19 майҙа Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһының төбәк башлығы Сергей Аксёнов етәкселегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы килде. Уның составына республика хөкүмәте ағзалары һәм Ҡырымдың предприятиелары етәкселәре ингән. Сәфәрҙең программаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёновтың осрашыуы, эшлекле даирә вәкилдәренең һөйләшеүҙәре, ике республиканың экспорт һәм инвестиция ҡеүәттәре менән таныштырыу ҡаралған. Сәфәр барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында 2017-2019 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына, шулай уҡ финанс, мәҙәни һәм инвестиция үҙ-ара эш итеү өлкәһендә ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, программала сәнәғәт предприятиеларына, юғары уҡыу йорттарына, социаль һәм мәҙәни объекттарға барыу ҡаралған.
Делегацияның сәфәре Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында ике төбәктең ижади коллективтарының берлектәге концерты менән тамамланасаҡ.