Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы, билдәле актриса Венера Хәсәноваға — 70 йәш

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы, билдәле актриса Венера Хәсәноваға — 70 йәш

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы, билдәле актриса Венера Хәсәноваға 70 йәш тулды.

Хәсәнова-Мөхәмәтова Венера Ғиниәт ҡыҙы 1948 йылда Ҡыйғы районы Мәсәк ауылында тыуған. 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте факультетын тамамлай. Шул ваҡыттан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһында эшләй. Артистың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле. Артистың ижадына уйнаған геройының эске донъяһына тәрән үтеп инә алыуы, башҡарыу сәнғәтенең милли характерлы булыуы хас.

 Венера Ғиниәт ҡыҙы — спорт мастерына кандидат. Бик һәйбәт физик форма уға көс, һығылмалыҡ талап иткән ролдәрҙе башҡарырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, К. Аҡбашевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һипкелле ҡыҙ» спектаклендә артист акробатик трюктар башҡара, был образға айырыуса баҙыҡлыҡ бирә.

Актрисаның сәхнә түрендә башҡарған ролдәре бихисап: Бибиғәйшә — «Ҡыйыу ҡыҙҙар» (Тази Ғиззәт, 1974 йыл), Рита — «Күршеләр» (Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы, 1975 йыл),  Анника — «Юғалған яҙмыш» (Э. Ранет, 1982 йыл), Эвридика — «Антигона» (Софокл, 1986 йыл), Сания — «Көнләш, Америка» (Латыпов, 1999 йыл), Фәғилә — «Зәйтүнгөл» (Нәжиб Асанбаев, 2005), Ҡатын — «Ете ҡыҙ» (Нәжиб Асанбаев, 2008 йыл) һ.б.

Венера Хәсәнова- Бәҙәр Йосопова исемендәге театр эшмәкәрҙәре Союзы премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министерствоһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә (2004 йыл), Салауат ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһының ҡалалары һәм райондарының дәүләт учреждениеләре һәм йәмәғәт ойошмаларының Маҡтау ҡағыҙҙары, 1997 йылда Салауат дәүләт башҡорт драма театрының 64-се театр сезонында ижади уңыштары өсөн Венера Хәсәнова «Йылдың иң яҡшы артисы» тип атала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb