Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының күргәҙмәһе асыла

Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының күргәҙмәһе асыла

Бөгөн, 2 августта Башҡортостандың Милли музейында Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының уникаль күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмәлә 40 тан ашыу балауыҙ һындар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле сәйәсмәндәрен, бөйөк ғалимдарҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен, шоу-бизнес һәм кино йондоҙҙарын, йәнһүрәттәрҙәге популяр персонаждарҙы, шулай уҡ Гиннес рекордтар китабынан һындар тәҡдим ителәсәк.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә селфи эшләргә рөхсәт ителә, әммә экспонаттарҙы ҡул менән тотоп ҡарарға ярамай. Күргәҙмә 9 сентябрға тиклем эшләй. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb