М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры хәбәр итеүенсә, бөгөн бер төркөм ижади төркөм Мәскәү ҡалаһына юл тотто.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Джут» («Һуңғы йәйләү») драмаһының сәхнә күреүе республикабыҙҙың ғына түгел, ә тотош илдең театр сәнғәтендә һиҙелерлек ваҡиға булғайны.
Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән йәш, әммә исеме ярайһы билдәле Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың был пьесаһы тәү нәүбәттә үҙенең тетрәндергес темаһы, киң фәлсәфәһе менән арбай. Спектаклдең режиссеры - Айрат Абушахманов. Уҙған йыл премьераһы «Джут» "Алтын битлек" Бөтә Рәсәй милли театраль премия - Фестиваленең "Маска Плюс" программаһына ингәйне. Фестивалдең был - конкурстан тыш спектаклдәр программаһы 2009 йылдан бирле эшләп килә. Ғәҙәттә, унда ҡатнашҡан спектаклдәрҙә бөгөнгө театр сәнғәте үҫеше, үҙгәрештәр, режиссерҙарҙың эҙләнеүҙәре, заманса юнәлештәр сағыла, яңы һүҙ, өр-яңы фекер яңғырай.
«Джут» - 30-сы йылдарҙағы йотто ҡаҙаҡтар шулай атай - йәбер-золом хаҡындағы ғибрәтле хикәйә (притча), әхлаҡи дилеммалар - йөкмәтке, режиссура һәм башҡарылыш йәһәтенән дә яңы һүҙ» (П.Руднев). Фестивалдең эксперт советы фекеренсә, «Джут» Маска Плюс шарттарына яуап биргән, илебеҙ театрҙары һулышын билдәләрлек Рәсәй милли театрҙары репертуарынан һайлап алынған һирәк спектаклдәрҙең береһе.
Башҡорт академия театрының "Алтын битлек -2017» Фестивале сиктәрендә «Маска Плюс» программаһындағы сығышы Мәскәүҙең Вс. Мейерхольд Үҙәгендә 3 мартта буласаҡ.