Бөгөн Белорет районында күренекле йырсы Ғәли Хәмзин исемендәге конкурстың һайлап алыу этабы башланды. Башҡарыусылар баһалама комиссияһына йырсы репертуарында булған йырҙар тәҡдим итергә тейеш. Конкурс ике турҙа, Инйәр, Сермән һәм Әхмәт мәҙәниәт йорттарында үтә.
Ғәли Хәмзин - Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин 1950 йылдың 12 июнендә Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған. Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусы конкурсын башҡарыусыларҙың беренсе лауреаты (1985), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға үткәрелгән йәш башҡарыусылар кокурсы лауреаты. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале дипломаты.
1981 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле вокал йырсыһы була, артабан 25 йыл «Йәдкәр» фольклор төркөмөнә етәкселек итә.
Сермән урта мәктәбен тамамлағас, Белоретта профтехучилищела уҡый. Армия сафтарында хеҙмәттә була. Әрменән ҡайтҡас, Белоретта машина йөрөтөүсе булып эшләй. Артабан уны колхоздың комсомол ойошмаһы сәркәтибе итеп һайлап ҡуялар.
Сәнғәт иниститутына гәзит биттәренән иғлан уҡығас, барып ҡарарға йөрьәт итә.
Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм башҡарыу оҫталығы өсөн Ғәли Хамзинға 1997 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
Йырсы 2009 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә вафат булды.