Бөгөн билдәле башҡорт яҙыусыһы Сабир Шәриповҡа 70 йәш

Бөгөн билдәле  башҡорт яҙыусыһы Сабир Шәриповҡа 70 йәш

Бөгөн билдәле  башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәрипов Сабир Нәғим улы 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Сабир Нәғим улы 1948 йылдың 20 мартында  Белорет районының Баҡый ауылында урман хужалығы эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпәте тамамлағандан һуң, 1963—1967 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. «Башланғыс синыф уҡытыусыһы» дипломы алып, 1967 йылда үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлегенең тыуған ауылы мәктәбендә башлай. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт—урыҫ бүлегенә уҡырға инә. 1974 йылда БДУ-ны тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына тәржемәсе итеп эшкә саҡырыла. 1977 йылда, запастағы офицер булараҡ, Совет Армияһы сафтарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 1979 йылға тиклем сәйәси бүлек хеҙмәткәре вазифаһында «Байкал—Амур» магистрале төҙөлөшөнә йәлеп ителгән хәрби частә хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡандан һуң, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшен дауам итә: баҫманың әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. Аҙаҡтан бер нисә йыл «Ағиҙел» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1989—1990 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡандан һуң, 2003 йылға тиклем «Китап» нәшриәтендә нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире була. Һуңынан «Ағиҙел» журналында әҙәби мөхәррир һәм проза бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Сабир Шәрипов үҙе лә тәржемә менән әүҙем генә шөғөлләнә. Ул Виктор Сидоровтың Салауат Юлаевҡа арналған «Шағир һәм яугир Салауат» китабын, күренекле урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Шолоховтың илебеҙҙең бер нисә быуын уҡыусыһына билдәле «Кеше яҙмышы» хикәйәһен һәм башҡа ҡайһы бер әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарҙы.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн яҙыусы Сабир Шәриповҡа 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Үҙенең әҫәрҙәре өсөн ул Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһына лайыҡ булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb