Бөгөн билдәле яҙыусы Рәсүл Сәғитовҡа-55 йәш

Бөгөн билдәле яҙыусы Рәсүл Сәғитовҡа-55 йәш

Бөгөн билдәле яҙыусы, журналист, публицист, тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитовҡа – 55 йәш.
Рәсүл Хәсән улы Сәғитов 1964 йылдың 14 мартында Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң комсомол путевкаһы менән райондың «Таң» гәзите редакцияһына эшкә бара. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары һөнәри белем ала. 1990—1991 йылдарҙа — Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы. 1991 йылда Рәсүл Сәғитов «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: «Башҡортостан эфиры» гәзите хәбәрсеһе, радиотапшырыуҙар студияһында өлкән мөхәррир, телевидение студияһында ижтимағи-сәйәси программалар ижад берекмәһе етәксеһе, «Башҡортостан эфиры» гәзитенең баш мөхәррире, радио студияһы комментаторы була. Бөгөн — «"Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе. Мәскәү телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренең һөнәрен камилләштереү институтында уҡый, 1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентыҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлай. 
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, «Шоңҡар» журналы мөхәрририәте ағзаһы. 
Радиожурналистикалағы хеҙмәттәре – «Даирә», «Асыҡ студия», «Заман һулышы» радиотапшырыуҙары, «Үткән заман», «Мең туғыҙ йөҙ илле алты», «Мең туғыҙ йөҙ етмеш биш» күп сериялы документаль радиофильмдары, «Тарих теҙмәһе» күп сериялы документаль телевизион фильмы, кескәй радиоспектаклдәр, бер нисә нәфис кинофильмдың башҡортсаға тәржемәһе. 
Ете йыйынтыҡта баҫылған хикәйәләре һәм новеллалары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Урыҫ телендәге яҙмалары республикала нәшер ителгән «Бельские просторы» журналында, шулай уҡ Мәскәүҙә сыҡҡан «Журналист», «Журналистика и медиарынок» журналдарында донъя күрҙе. “Алтындан алдын мәсьәлә”, “Словом красен человек”, “Имен-аман тороғоҙ!”, “Ямғырҙан һуңғы ҡояш”, “Донъя йәме”, “Дөрөҫ һүҙ”, “Күк томан” китаптары авторы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb