Бөгөн билдәле яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Марсель Ғафуровтың тыуыуына 85 йыл

Бөгөн билдәле яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Марсель Ғафуровтың тыуыуына 85 йыл

Ғәфүров Марсель Абдрахман улы — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән билдәле яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе.  БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Степан Злобин, Мәжит Ғафури һәм Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Марсель Абдрахман улы Ғәфүров 1933 йылдың 10 майында Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған. 1948 йылда, һигеҙ синыфтан һуң, Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға керә һәм был махсус урта уҡыу йортон 1951 йылда тамамлай. Яҡшы билдәләре һәм өлгөлө тәртибе өсөн эшләп тормай уҡыуын артабан вузда дауам итергә хоҡуҡ алғанлыҡтан, ошо йылда уҡ К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм уның рус теле һәм әҙәбиәте факультетын 1955 йылда отличие менән бөтөрөп сыға. Шул уҡ йылда Совет Армияһына алына һәм автомеханик булып хәрби хеҙмәт үтә. 1958 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, республика матбуғатында эш башлай.

Республика әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм шәхси ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Ғәфүров Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР—ҙың  «атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, уға бер нисә әҙәбиәт премиялары бирелгән.

Марсель Ғәфүровтың әҙәби ижадҡа ылығыуы уның Мораҡ  педучилищеһында уҡыған осорға тура килә. Педагогия институтында ул шиғыр яҙыу менән әүҙем шөғөлләнә, уларҙың ҡайһы берҙәре уҙған ХХ быуаттың 50—се йылдары башында тәүҙә республика ваҡытлы матбуғатында — «Советская Башкирия» һәм «Ленинец» гәзиттәрендә гәзитендә, «Литературная Башкирия» альманахында, йәш һәм башлап яҙыусыларҙың «Молодые силы» йыйынтығында баҫыла, һуңыраҡ Мәскәүҙә — «Литературная газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә донъя күрә. Хәрби хеҙмәттә булған йылдарында (1955—1958) йәш шағирҙың ижад емештәре СССР оборона министрлығы һәм Совет Армияһы һәм Хәрби Диңгеҙ флотының Баш сәйәси идаралығы (русса Главное политическое управление Советской Армии и Военно—Морского флота) органы булған «Красная звезда» гәзите һәм «Советский воин» журналы биттәрендә күп миллионлыҡ уҡыусыға тәҡдим ителә. Өлгөрөп еткән әҙиптең «Ранний снег» исемле беренсе шиғри йыйынтығы 1960 йылда Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан нәшер ителә. Артабанғы ижад дәүерендә ул тиҫтәләгән шиғыр китаптары сығара.

Шиғриәт менән бер рәттән Марсель Ғәфүров проза һәм тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Үҙен башлыса журналистикаға арнап, күп йылдар республика гәзиттәрендә ҙур тырышлыҡ менән хеҙмәт итеү нәтижәһендә ул һәләтле һәм оҫта очерктар яҙыусы булып танылды. Ижадсы очерктарының төп геройҙары — республика халыҡ хужалығының күп төрлө тармаҡтарында фиҙаҡәр эшләүсе хеҙмәт алдынғылары. Журналист сәнәғәт һәи иҡтисадтағы, ауыл хужалығындағы, фән һәм техника, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштар һәм мөһим ваҡиғалар тураһында үҙ ваҡытында уҡыусыларға матур телле һәм бай йөкмәткеле очерктары аша еткереп барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика әҙиптәренең иң яҡшы публицистик әҫәрҙәре һәм очерктары тупланған «…И никаких легенд» (1964) һәм «Звёзды дневного неба» (1979) тигән йыйынтыҡтарға индерелде. Авторҙың «Бухара—Урал» магистраль газ үткәргесен төҙөү барышы хаҡындағы көнүҙәк репортаждары һәм очерктары, Англия, Бельгия, Люксембург, Югославия, Венгрия һәм башҡа ҡайһы бер сит илдәр тураһындағы юл яҙмаларын уҡыусылар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып уҡыны. Марсель Ғәфүровтың ул ваҡыттағы Германия Демократик Республикаһына барып ҡайтыу һөҙөмтәһендә яҙған «Сближение» очерктар йыйынтығы Башҡортостан халҡының заманындағы ГДР-ҙың Галле округы хеҙмәтсәндәре менән интернациональ дуҫлығын һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеген һүрәтләне. 1979 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән был китап тиҙ арала элекке Советтар Союзының төрлө ҡитғаларына таралып бөттө.

Республиканың иң оҫта ҙәм танылған тәржемәселәренең береһе булараҡ Марсель Ғәфүров был өлкәлә лә һиҙелерлек хеҙмәт емештәре ҡалдырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb