Бөгөн Бөрө ҡалаһында «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы башланды

Бөгөн Бөрө ҡалаһында «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы башланды
Бөгөн йылдағыса Бөрө ҡалаһында «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы башланды.
Егерме өсөнсө тапҡыр уҙғарылған “Керәшен һыуыҡтары” Бөрө ҡалаһының брендына әйләнгән. «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ конкурсы йылдан-йыл  үҙ географияһын киңәйтеп, 
сәнғәт күгендә яңы исемдәр  аса.Быйылғы  конкурста республиканың төрлө төбәктәренән ғаризалар ҡабул ителгән.
Ижади бәйгелә «Эстрада йыры», «Эстрада бейеүе» һәм «Эстрада музыкаһы» номинациялары билдәләнәсәк. Яңғыҙ башҡарыусылар, вокал ансамблдәр, хорҙар, рэп-башҡарыусылар,
бейеү, инструменталь һәм вокал-инструменталь коллективтарының сығыш яһауы көтөлә.
 
«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы үҙенең күп төрлөлөгө һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙы йәлеп итә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы,
Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте республикала йәшәүселәр өсөн күңелле байрам бүләк итә.
 
 Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb