Бөгөн Дүртөйлө районы Әсән ауылында күп функциялы клуб асылды

Бөгөн Дүртөйлө районы Әсән ауылында күп функциялы клуб асылды

Бөгөн Дүртөйлө районы Әсән ауылында билдәле башҡорт шағиры Шәйхзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан саралар үтте. Уның барышында ремонттан һуң Әсән ауылы клубы тантаналы асылды, музей янындағы паркта ағас ултыртылды. 

Күп функциялы клубтың төҙөлөш эштәре өсөн республика һәм урындағы ҡаҙнанан 24 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Мәҙәниәт йортонда заманса китапхана ойошторолған.

Унда китап уҡырға яратыусылар заман мөмкинлектәре ярҙамында нәфис һәм фәнни йөкмәткеле яҙмалар, һанлы форматҡа күсерелгән матбуғат баҫмалары менән таныша ала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb